ПРОТЕЗА (гр. рroЈsthesis — ҡушылыу), өндәрҙең комбинаторлы үҙгәрештәренең бер төрө, һүҙ башында өҫтәлмә өндөң барлыҡҡа килеүе. Башҡорт телендә П. һүҙ башында бер нисә тартынҡының йәнәш килеүенә юл ҡуймаған, үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең (башлыса урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән) телдең орфоэпик закондарына артикуляцион яраҡлашыуы һөҙөмтәһе булып тора, мәҫ.; урыҫ телендә “шляпа” [шл]япа – башҡортса “эшләпә” [эешл]әпә, “стол” [ст]ол – “өҫтәл” [өҫт]әл; йәки һүҙ башында [р], [л] килһә: урыҫ телендә “рожь” [р]ожь – башҡ. [ар]ыш, “лавка” [л]авка — “эләүкә” [эел]әүкә, ғәр. “рәхәт” [эер]әхәт – башҡ. йәнле һөйләү телендә “эрәхәт” [эер]әхәт һ.б.

Һуңғы осорҙа урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә башҡортса-урыҫса билингвизмдың интенсив үҫешенә бәйле П., ҡағиҙә булараҡ, күҙәтелмәй: “стакан”, “станция”, “шланг”, “ручка” һ.б.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика