ПРОЛЕ Вильмош, П р ё л е В. (29.10.1871, Фютелек, Австро‑Венгрия — 2.10.1946, Берхтесгаден, Германия), венгр тел белгесе. Будапешт ун‑тын тамамлаған. 1899—1917 йй. — инжил гимназияһында (Ньиредьхаза ҡ., Австро‑Венгрия), 1908 й. алып Венгр (Клуж ҡ., Румыния), 1919 й. — Дебрецен (Венгрия), 1923—43 йй. Будапешт ун‑ттарында уҡытҡан. 1901 й. башҡорт теле һәм башҡ. фольклоры б‑са материал йыйыу маҡсаты м‑н Өфө губернаһының Өфө һәм Бәләбәй өйәҙҙәрендә була. Башҡ. телен фонетик, морфологик һәм лексик кимәлдәрҙә һүрәтләгән “Башҡорт теленең грамматикаһы” (“Грамматика башкирского языка”, 1903—04; Будапешт, венгр телендә), ш. уҡ башҡортса‑венгрса һүҙлек (унда 1,4 мең башҡ. һүҙе венгр теленә тәржемәһе м‑н бирелгән, ш. иҫ. эквивалентһыҙ лексика т‑да этимологик мәғлүмәттәр һәм аңлатма индерелгән) авторы; башҡ. һүҙҙәренең өндәр м‑н бирелешен күрһәтеү өсөн П. ҡайһы бер хәрефтәргә диакритик тамғалар өҫтәп, латиницаны ҡулланған. “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосын венгр һәм немец телдәренә тәржемә иткән.

Р.М.Латипова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика