ПРИТЧА (кинәйәле хикәйә, нәсихәтле хикәйә), фольклор һәм әҙәби жанр, ҡыҫҡа дидактик-аллегорик хикәйә. Йөкмәткеһе һәм функцияһы б‑са П. мәҫәлгә яҡын, әммә, унан айырмалы рәүештә, билдәле бер контекста ғына мәғәнәһе була, шуға күрә унда үҫешкән сюжет хәрәкәте булмай һәм ябай сағыштырыуға тиклем ябайлаша ала (шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙенсәлекле символик тулылығын һаҡлай). П. мәҫәлгә ҡарағанда тәрәнерәк, дөйөм кешелек йомғаҡлауына дәғүә итә. П. ысынбарлыҡ ғәҙәттә абстракт хәлдә, хронологик һәм терр. билдәләрһеҙ бирелә, ҡатнашыусыларҙы конкрет тарихи исемдәргә беркетеү ҙә юҡ. П. ситләтеп әйтеүҙең мәғәнәһе аңлайышлы булһын өсөн новелла эффектын ҡулланыу ҙа хас, уға ҡайһы ваҡыт аллегорияны аңлатыу ҙа инә. Башҡ. фольклорында киң таралған. Башҡорт әҙәбиәтендә П. жанры Аҡмулла, Һ.С.Сәлихов, М.Ғафури, М.Кәрим, Ғ.Б.Хөсәйенов, Ф.М.Бүләков һ.б. ижадында бирелгән.

Әҙәб.: Башкирское народное творчество. Т.6. Шуточные сказки и кулямасы. Уфа, 1992.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика