АШАП ЗАВОДЫ, 1741 й. А.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) Уҫы даруғаһы Ғәйнә һәм Ирәкте улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Оло Ашап й. (Айран й. ҡушылдығы) буйында ба­ҡыр иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Демидовтар, 1862 й. алып Соҡсон тау заводтары акционерҙар ширҡәте, 1863 й. — ҡаҙна ҡарамағында. Соҡсон тау заводтары округына инә. 1744 й. эшләй башлай. 6 баҡыр иретеү мейесе, 2 гармахер горны була, 19 б. 60‑сы йй. башында — 4 баҡыр иретеү мейесе, гармахер, шплейзофен һәм 2 крица горны. Заводҡа 4 рудник ҡарай. 18 б. аҙ. ҡарай А.з. яҡынса 7,6 мең дисәтинә ер биләй. 1797 й. ҡарай заводта 425 мастеровой һәм эшсе кеше иҫәпләнә, заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр — 1461; 1861 й. ҡарай эшселәр (ҡара: Эшселәр класы) — 93. 19 б. 30‑сы йй. уртаса етештереүсәнлек йылына 5,6 мең бот саф баҡыр һәм 3 мең бот тимер тәшкил итә, макс. — 10,5 мең бот баҡыр (1821) һәм 13,7 мең бот тимер (1851). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында завод емерелә. 1775 й. тергеҙелә. 1869 й. ябыла (яна). Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Пермь крайының Ашап ҡасабаһы урынлашҡан.

Әҙәб.: Аннинский заводы мәҡ. ҡарағыҙ.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков