ПОЭТИКА (гр. poietike – шиғри сәнғәт), әҙәби әҫәрҙең структураһын һәм унда ҡулланылған эстетик саралар системаһын өйрәнеүсе, ш. уҡ тарихи ҡанундар һәм уларҙың үҙгәреше, автор фекеренең художестволы тормошҡа ашырылыу ысулдары т‑дағы фән. П. тотош әҙәбиәттең дөйөм законлыҡтары һәм элементтары м‑н эш иткән дөйөм һәм конкрет жанр, билдәле яҙыусы, айырым әҫәр (мәҫ., Ш.Бабич П., “Урал батыр” эпосы П. һ.б.) м‑н эш иткән П. айырып ҡарала. Дөйөм П.: 1) әҫәрҙең составы, төҙөлөшө һәм функцияһы, ш. уҡ әҙәбиәттең төрө һәм жанры предметы булған теоретик; 2) поэтик категорияны, художество сараларын өйрәнгән тасуири; 3) әҙәби-художестволы сараларҙың, жанрҙарға һәм жанр төрҙәренә йыйылған айырым алымдар һәм уларҙың системаһы үҫешен ҡараған тарихи өлөштәрҙе үҙ эсенә ала. Шулай уҡ норматив, социол., психологик, структур П. типтары билдәле. Стилистика, эстетика, әҙәбиәт ғилеме м‑н тығыҙ бәйләнештә. Башҡорт әҙәбиәте П. нигеҙҙәре 18—19 бб. һалына, Ғ.Соҡорой, Ғ.Усман, Т.Ялсығол хеҙмәттәрендә бәйет, тәүарих, шәжәрә һ.б. жанрҙарҙың П. ҡарала. Р.Ф.ФәхретдиновШура” ж. норматив П. мәсьәләләре б‑са мәҡәләләр м‑н сығыш яһай. 20 б. 20‑се йй. алып “Белем”, “Сәсән”, “Үктәбер” (ҡара: “Ағиҙел”) ж. әҙәбиәт теорияһы б‑са мәҡәләләр баҫыла, унда П. категориялары ентекләп эшләнә. Башҡ. әҙәбиәте П. формалашыуында К.Ә.Әхмәтйәновтың “Поэтик образлылыҡ” (1979—94) китабы ҙур роль уйнай, унда һүрәтләү-тасуирлау сараларының П., П. милли үҙенсәлектәре ҡарала. 20 б. аҙ. — 21 б. башында башҡ. әҙәбиәте П. системалы өйрәнеү башлана. Р.Т.Бикбаевтың “Замандың шиғри йылъяҙмаһы” (1980), “Хәҙерге башҡорт шиғриәте эволюцияһы” (“Эволюция современной башкирской поэзии”, 1991), Ғ.С.Ҡунафиндың “XIX—XX быуат башы башҡорт шиғриәте. Жанр һәм идея­художество үҙенсәлектәре мәсьәләләре” (“Башкирская поэзия XIX — начала XX веков: Вопросы жанровых и идейно-художественных особенностей”, 2011) китаптары башҡ. шиғриәте жанрҙары П., шиғри алымдар һәм уларҙың системаһы үҫешенә, “Шағир һүҙе – шағир намыҫы” (1997) билдәле яҙыусылар П. арналған. Т.Ә.Килмөхәмәтовтың “Башҡорт трагедияһының поэтикаһы” (1987), “Башҡорт драматургияһының поэтикаһы” (“Поэтика башкирской драматургии”, 2008) монографияларында башҡ. драматургияһына тулы эстетик система булараҡ П. комплекслы анализ бирелгән. Ә.Х.Вәхитовтың “Башҡорт прозаһында жанр һәм стиль” (“Жанр и стиль в башкирской прозе”, 1982), Р.Н.Байымовтың “Жанр яҙмышы” (“Судьба жанра”, 1984), “Инештәр һәм сығанаҡтар” (“Истоки и устья”, 1993) тикшеренеүҙәрендә проза П. мәсьәләләре күтәрелә. Фольклор П., атап әйткәндә, әкиәттәргә — Ә.М.Сөләймәновтың “Башҡорт халыҡ тормош-көнкүреш әкиәттәре: сюжет репертуары һәм поэтика” (“Башкирские народные бытовые сказки: сюжетный репертуар и поэтика”, 1994), Г.Р.Хөсәйенованың “Башҡорт халыҡ тылсымлы әкиәттәре поэтикаһы” (“Поэтика башкирских народных волшебных сказок”, 2000), Н.Т.Зариповтың “Батырҙар тураһында башҡорт әкиәттәре: жанр эстетикаһы” (“Башкирские богатырские сказки: эстетика жанра”, 2008), мәҡәл һәм йомаҡтарға Ф.А.Нәҙершинаның “Халыҡ һүҙе” (1983) хеҙмәттәре арналған. Психологик (З.Я.Шәрипова), структур П. (Г.Н.Ҡасҡынова, Г.М.Нәбиуллина), театр сәнғәте П. (З.Ә.Нурғәлин) өлкәләрендә эштәр барлыҡҡа килә. Ғ.Б.Хөсәйеновтың “Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы” (2 китапта, 2006—07) монографияһында П. теоретик нигеҙҙәре, башҡ. әҙәбиәтендә шиғыр П. тарихи, психологик һәм милли үҙенсәлектәре яҡтыртылған.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика