ПОСАД КЕШЕЛӘРЕ, 15—18 бб. Рәсәйҙә посадта (ҡаланың сауҙа һәм һөнәрселек м‑н шөғөлләнгән өлөшө) йәшәгән халыҡ. Үҙәк Рәсәйҙә ҡала халҡының төп өлөшөн тәшкил иткән. Дәүләт файҙаһына һалым түләгәндәр, йөкләмә үтәгәндәр. П.к. земство старостаһы етәкселегендә посад общинаһына берләшкән. Уның ҙур өлөшөн урта һәм ваҡ сауҙагәрҙәр, һөнәрселәр һәм йәмәғәт эштәрен атҡарыусылар тәшкил иткән. Хәлле П.к. “ҡунаҡтар” (эре сауҙагәрҙәр) тип аталған өҫтөнлөклө берләшмә составына ингән. Собор уложениеһына ярашлы, П.к. посадтарҙы һәм биҫтәләрҙе ташлап китеү, крәҫтиәндәр ҡатламына күсеү тыйылған. Башҡортостанда П.к. тәүге тапҡыр 17 б. 30‑сы йй. барлыҡҡа килә. 1647 й. Өфөлә 17 посад йортонда — 74 кеше, 1763 й. 265 кеше йәшәгән. П.к. башлыса батша һарайы һәм монастырь крәҫтиәндәренән, яңы суҡындырылғандарҙан, Ҡазан, Түб. Новгород, Сембер һәм Өфө провинциялары разночинецтары иҫәбенә формалашҡан. 18 б. посадҡа төрлө ҡатлам кешеләре яҙылыу арҡаһында, башҡа ҡалаларҙан күпләп П.к. килә башлай. Уларҙың күпселеге “ҡәбәхәт әҙәмдәр” тип аталғандарға ҡараған. 18 б. башында П.к. араһында — 1, ә уртаһында 4 ҡунаҡ иҫәпләнгән. 1775 й. губерна реформаһына һәм 1785 й. 21 апр. “Рәсәй империяһы ҡалаларының хоҡуҡтары һәм мәнфәғәттәре грамотаһы”на ярашлы, П.к. сауҙагәрҙәргә һәм мещандарға (ҡара: Мещанлыҡ) бүленә.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика