ПОППЕ Николай Николаевич (Николас) (27.7.1897, Яньтай ҡ., Ҡытай – 8.8.1991, Сиэтл ҡ., АҠШ), тел белгесе. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1932), проф. (1928). 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында ҡатнашыусы. Петроград ун‑тын тамамлағандан һуң (1921) 1941 й. тиклем шунда уҡ, бер үк ваҡытта СССР ФА‑ның Шәрҡиәт ин‑тында (Ленинград) эшләй: 1931 й. алып монгол телдәре кабинеты мөдире. 1943 й. башлап Германияла, 1949 й. — АҠШ‑та йәшәй: 1968 й. тиклем Вашингтон штаты ун‑тында (Сиэтл) эшләй.

   Фәнни тикшеренеүҙәре монгол телдәрен, төрки телдәрҙе, тунгус‑манжур телдәрен сағыштырма-тарихи өйрәнеүгә; монгол яҙма ҡомартҡыларының һәм фольклор текстарының телен анализлауға; монгол халыҡтарының мәҙәниәтенә арналған. “Алтай тел ғилеменә инеш” (“Введение в алтайское языкознание”, 1965, инглиз телендә) китабында һ.б. байтаҡ хеҙмәттәрендә алтай телдәренең генетик ҡәрҙәшлеге т‑дағы гипотезаны үҫтерә, алтайға тиклемге фонологик системаны реконструкциялай. Бүрәт теле, монгол теле, татар теле б‑са дәреслектәр, ш. уҡ “Башҡорт теле дәреслеге” (“Учебник башкирского языка”, 1964, инглиз телендә) авторы, унда башҡорт теленең фонетик һәм грамматик төҙөлөшөнә дескриптив лингвистика позицияларынан ентекле тасуирлау бирелгән, ҡушымта сифатында башҡ. текстары (тарихи һәм әҙәбиәт ғилеме б‑са хеҙмәт фрагменттары) һәм башҡ.‑инглизсә һүҙлек (яҡынса 2 мең берәмек) бирелгән. 240‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Vergleichende Grammatik der Altaischen Sprachen. Teil I. Lautlehre. Wiesbaden, 1960.

Әҙәб.: Алпатов В.М. Лингвистическое наследие Н.Поппе //Вопросы языкознания. 1992. №3.

Ш.В.Нафиҡов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика