ПОЛОЖЕНЦЕВ Пётр Артемьевич (16.10.1900, Һамар губ. Ҡарабай а. — 30.8.1982, Воронеж ҡ.), зоолог. А.х. ф. д‑ры (1944). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1945). Ленинград урман ин‑тын тамамлағандан һуң (1926) 1934 й. тиклем Бор тәж. урмансылығында (Калуга өлк.), Һамар урман сәнәғәте һәм пед. ин‑ттарында эшләй, 1935—49 йй. БАХИ‑ның зоология, 1952—82 йй. — Воронеж урман хужалығы ин‑тының энтомология каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге энтомогельминтологияға арналған. П. тара‑ фынан бөжәк гельминттарының яңы төрҙәре тасуирланған. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын өйрәнгән. 400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Вредные и полезные животные полезащитных лесных полос. М., 1953 (авторҙ); Животный мир Башкирии. Уфа, 1977 (авторҙ.).

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Яндекс.Метрика