ПОДАЛИРИЙ (Iphiclides podalirius), күбәләктәр отрядының елкәнлеләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Алғы һәм Урта Азияла таралған. Ҡанатының ҡоласы 6—8 см, һарғылт аҡ төҫтә, арҡыры ҡара һыҙатлы. Артҡы ҡанаттарында эске (ҡара) һәм тышҡы (ярым ай формаһындағы зәңгәр тап‑ тар) ситтәре, аҫҡы өлөшөндә — ҡыҙғылт һары‑күк тап һәм оҙон ҡара ҡойроҡ рәүешле үҫенте бар. Йомортҡаһы ҡара төҫтә, ярымшар формаһында, асыҡ һары төҫтәге 2 балдағы һәм ҡыҙғылт түбәһе бар, роза һымаҡтарҙың ағас төрҙәре япраҡтарының аҫҡы өлөшөнә һала. Ҡарышлауығы ҡара төҫтә, арҡаһында бәләкәй һәм ҙур йәшкелт таптар (аҙаҡтан арҡа буйлап һәм аяҡтарының өҫтөндә һарғылт һыҙат булған йәшелгә әйләнә), кәүҙәһенең ян‑яҡтарынан һарғылт ҡыя һыҙаттар бар; ҡурсаҡланыу алдынан һарғаялар. Ҡарышлауыҡтары туҡлана торған үҫемлектәрҙә ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары һарғылт көрән, һоро төҫтә, үтә күренмәле япма м‑н ҡапланған. БР шарттарында бер йыл эсендә 2 быуынға тиклем үҫә. Ҡурсаҡтары ҡышлай. Күбәләктәре май аҙ. алып авг. тиклем оса, көндөҙ әүҙем, сәскә таты м‑н, ҡарышлауыҡтары емеш культураларының, талдарҙың япрағы м‑н туҡлана. БР‑ҙа дала һәм урман‑дала зоналарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Яндекс.Метрика