ПОВАРИСОВ Суфиян Шәмсетдин улы [29.8.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Тыпый а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) – 3.7.2016, Өфө], яҙыусы, тел, әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1991), проф. (1993). БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2011), БР‑ҙың (1992) һәм ТР‑ҙың (2004) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1997). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1976). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) ТАССР‑ҙың Бурһыҡ тулы булмаған урта мәктәбе дир., 1958 й. алып “Ҡыҙыл таң” гәз. хеҙм‑ре, 1960 й. башлап БДУ‑ла уҡыта (2012 й. — проф.‑консультант). “Яҙмыш ҡорбандары” (1996), “Ут эсендәге мөхәббәт” (2005), “Ҡанлы бәхет” (2008) романдарынан торған трилогияһының үҙәк темаһы — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡ. халҡының ҡаһарманлығы. “Пәйғәмбәр таңы” (2004), “Күктең етенсе ҡатында”, “Ожмахҡа бер аҙым” (2006; бөтәһе лә — татар телендә) романдары Ғәлимйән Ғ.Ибраһимов т‑дағы трилогияны тәшкил итә. “Яратам һине, тормош” (1965), “Алтын йондоҙло Ләйлә апай” (1970) һ.б. повестар, хеҙмәт һәм Б.В. һуғышы геройҙарына, әхлаҡ, тәрбиә һәм мәғариф проблемаларына арналған байтаҡ очерктар; “Һалдат йөрәге” (1958), “Йәшлек. Һуғыш” (1994), “Аҡ күбәләктәр” (2005; бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. поэмалар, шиғырҙар авторы. “Кәрлә йондоҙ”, “Туй бүләге” һ.б. пьесалары БР театрҙарында ҡуйыла. П. әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән. Фәнни эшмәкәрлеге татар теленең стилистикаһына һәм грамматикаһына, татар әҙәби теле тарихына, нәфис әҙәбиәт телен анализлау һәм өйрәнеү методикаһына; Ибраһимов әҫәрҙәренең стиленә арналған. “Тел сәнғәте” (2008; татар телендә) китабына башҡорт әҙәбиәте һәм татар әҙәбиәте әҫәрҙәренең идея‑эстетик үҙенсәлектәре т‑дағы әҙәби тәнҡит мәҡәләләре ингән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ф.Кәрим ис. (1984), Ғәлимйән Ибраһимов ис. (1998) пр. лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1948) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Йәшлек иртәһе: роман. Өфө, 2001; Һайланма әҫәрҙәр. 3 томда. Өфө, 2008—2015; Роль Г.Ибрагимова в развитии татарского литературного языка. Уфа, 2003.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика