ПЕШКОВА Наталья Петровна (19.9. 1954, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2002), проф. (2005). БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2007). П.Д.Буслаевтың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) 2010 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) ӨДАТУ‑ла эшләй, бер үк ваҡытта 2003 й. алып БДУ‑ла уҡыта (2010 й. — сит телдәр каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре текст типологияһына, инглиз теле, урыҫ теле һәм француз теле материалында психолингвистика мәсьәләләренә; ш. уҡ сит телдәрҙе уҡытыу методикаһына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. вуздар өсөн уҡыу әсбаптары авторы.

Х е ҙ м.: Текст и его понимание: теоретико‑экспериментальное исследование в русле интегративного подхода. Уфа, 2010 (авторҙ.); Психолингвистика текста. Уфа, 2015.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика