ПАРОНИМДАР (гр. paraЈ – эргәһендә, янында, тыш һәм оЈnyma — исем), морфема структураһы һәм яңғырашы б‑са яҡын, әммә мәғәнәләре б‑са айырылған бер тамырлы һүҙҙәр. Башҡорт телендә паронимик рәттәрҙең күбеһен бер үк һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәр: “ҡорал” – “ҡорамал”, “һөйөклө” – “һөйкөмлө”, “тәгәрлә-” – “тәгәрә-”; барлыҡҡа килеүе б‑са дөйөм төрки һәм төп башҡ.: “туған” – “тыуған”, “беренсе” — “беренсел", “тамам” – “таман”; ш. уҡ үҙләштерелгән һүҙҙәр лексикаһы тәшкил итә: “ғашиҡ” – “ғишыҡ”, “эшкәрт-” – “әшкәрт-”, “эффектлы” – “эффектив” һ.б. Һүҙьяһалыш структураһы б‑са тамыр морфеманың фонемалар составы м‑н айырылған яһалма булмаған: “бейек” – “бөйөк”, “оран” – “һөрән”, “ағым” – “ағын”; төрлө аффикстар ярҙамында барлыҡҡа килгән яһалма: “енәйәтсе” – “енәйәтсел”, “зарлан-” – “зарыҡ-”, “экономик” – “экономлы”; нигеҙендә яһалма һүҙгә тамыр һүҙ ҡаршы ҡуйылған ҡатнаш П. айырып йөрөтөлә: “генерал” – “генераль”, “төрөк” – “төрки” һ.б. Шулай уҡ баҫым П. айырыусы билдә булып хеҙмәт итә: “акадеЈмик” – “академиЈк”, “клаЈссик” — “классиЈк” һ.б. П. дөрөҫ ҡуланыу телмәр мәҙәниәте аспекттарының береһе булып тора. Башҡ. теленең П. К.Ғ.Ишбаевтың һүҙлегендә һәм З.К.Ишкилдинаның “Башҡорт теленең паронимдар һүҙлеге”ндә (2001; 500‑ҙән ашыу берәмек) теркәлгән, унда аңлатмалар, П. башҡа һүҙҙәр м‑н тура килеүе т‑да мәғлүмәттәр, иллюстратив материал һ.б. индерелгән.

Әҙәб.: Ишкильдина З.К. Категория паронимии в русском и башкирском языках. Уфа, 2006.

 К.Ғ.Ишбаев, З.К.Ишкилдина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика