ПАРАДИГМА (гр. parádeigma — миҫал, өлгө), бер‑береһенә ҡапма‑ҡаршы ҡуйылған һәм ш. уҡ ваҡытта дөйөм билдәләре йәки ассоциатив мөнәсәбәттәренең барлығы б‑са берләшкән лингв. берәмектәр класы. Тел кимәленә А.В.Панфилов бәйле П. морфол., лексик, һүҙьяһалыш һәм синтаксик төрҙәре айырыла. Морфол. П. — грамматик категорияларҙы ғәмәлләштереүҙе сағылдырған һүҙ формалары системаһы; башҡорт телендә һүҙҙең үҙгәрмәгән өлөшө (тамыры) м‑н бәйләнгән грамматик һүҙ формалары рәте м‑н бирелә, мәҫ., килеш П.: төп “ҡала”, эйәлек “ҡаланың”, төбәү “ҡалаға”, төшөм “ҡаланы”, урын‑ваҡыт “ҡалала”, сығанаҡ “ҡаланан”. Лексик П. дөйөм семантик билдәһе б‑са ҡаршы ҡуйылған һүҙҙәр йыйылмаһын тәшкил итә (антонимдар, омонимдар, паронимдар, синонимдар, тематик төркөмдәр, семантик оялар һ.б.). Һүҙьяһалыш П. — бер нигеҙҙән яһалған яһалма һүҙҙәр (дериваттар) йыйылмаһы, мәҫ.: “тот‑” — “тоташ”, “тотҡа”, “тотҡос”, “тотҡон”, “тотҡола‑“, “тотош” һ.б. Синтаксик П. синтаксик мәғәнә төрө үҙгәрешен сағылдырған, структур яҡтан айырылған конструкциялар рәте итеп ҡарала; мәҫ., модаллекте сағылдырған аналитик формалар: гипоте‑ тик “был кешене ҡалала күреүем мөмкин”, теләк “был кешене ҡалала осратҡым килә”, потенциаль “был кешене ҡалала осрата алам” һ.б.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика