ПАЛЮТИНА Зилаира Рияз ҡыҙы (18.9.1951, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2006). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2004). БДУ‑ны тамамлаған (1974). 1975 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге сағыштырма‑тарихи, типологик һәм сағыштырма тел ғилеме мәсьәләләренә, инглиз теле, немец теле, урыҫ теле һәм француз теле материалдарында хәҙ. алымдарҙы ҡулланып, мед. терминдарын өйрәнеүгә арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. П.А.Флоренский ис. пр. лауреаты (2006).

Х е ҙ м.: Цивилизационный подход к терминологии. Уфа, 2002; Цивилизационная лингвистика. Уфа, 2005.

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика