АЧЕРИ-БИАТЛОН, спорт төрө, биатлон төрө, билдәләнгән сиктәрҙә сәпкә уҡ атыу м‑н барған саңғы ярышы. БР‑ҙа А.‑б. үҫешә башлауы 1997 й. Бөрө ҡ. ДЮСШ‑нда тәүге А.‑б. бүлеге асылыуға бәйле. 2000 й. А.‑б. бүлектәре Өфө р‑ны СДЮШОР‑ында (Авдон а.) һәм Белорет ҡ. ДЮСШ‑нда асыла. 1998 й. Бөрөлә А.‑б. б‑са 1‑се Рәсәй чемпионаты үткәрелә, шул ваҡыттан алып бында йыл һайын Рәсәй чемпионаттары һәм Кубок этаптары уҙғарыла. Респ. А.‑б. б‑са Рәсәйҙең тәүге спорт мастеры — эстафетала Европа чемпионатының бронза призёры (1999) В.З.Закирйәнов. БР‑ҙың ирҙәр командаһы — Рәсәй Кубогының (2000) һәм Рәсәй чемпионатының (2002) бронза призёры; БР‑ҙың ҡатын-ҡыҙҙар командаһы — Рәсәй чемп. (1999), Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2002). БР биатлонсылары араһында: Е.В.Сафарова — донъя чемпионатының көмөш призёры (1999); И.А.Байбурин — Рә­сәй Кубогын яулаусы (2000), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2002) һәм бронза (2005) призёры; Л.Ф. Яндуганова — үҫмер спортсылар араһында донъя чемп. (2002), донъя чемпионатының көмөш призёры (2003); Е.А.Коробейников һәм Л.А. Ғарифуллин — үҫмер спортсылар араһында донъя чемп. (2005); В.Р.Ҡәҙрәев — Донъя кубогының көмөш призёры (2006); П.В. Бородин — донъя чемп. (2005, 2007), донъя чемпионатының көмөш призёры (2005), Донъя кубогының бронза призёры (2006), Европа чемпионатының көмөш һәм 2 тапҡыр бронза призёры (2008); Е.М. Шәрәфетдинова — ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемп. (2005—06, 2009), донъя (2007) һәм Европа (2008) чемпионаттарының көмөш призёры, үҫмер спортсылар араһында донъя чемп. (2002), донъя чемпионатының көмөш призёры (3 тапҡыр, 2004); А.Г.Михайлов — Европа (2008) һәм Рәсәй (2011) чемп., Рәсәй Кубогын яулаусы (2008); М.П. Лап­шина — ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемп. (2011), Рәсәй Кубогын яулаусы (2010), үҫмер спортсылар араһында Европаның йәйге чемпионаты еңеүсеһе (2 тапҡыр, 2010), Рәсәй чемп. (2007—10). Респ. 3 ДЮСШ‑ла А.‑б. бүлектәре, 2 А.‑б. секцияһы бар, уларҙа 100‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2010). 1997 й. алып БР Уҡ атыу федерацияһының А.‑б. бүлеге эшләй. А.‑б. м‑н тренерҙар В.В.Аверьянов, В.А.Красильников, З.Ә.Ситдиҡов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина