CЫУАШ‑ҠОБАУ, Иглин р‑нындағы ауыл, Сыуаш‑Ҡобау а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Лобовка й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1127 кеше; 1920 – 1510; 1939 – 1799; 1959 – 1785; 1989 – 1386; 2002 – 1464; 2010 – 1602 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡобау улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1675 й. алып Ҡобау исеме (“ҡобау” этнонимынан; ҡара: Меңле) м‑н билдәле. 1715 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы мариҙар, 1773 й. ш. уҡ шарттарҙа яңы суҡындырылған сыуаштар килеп урынлаша. 1770 й. ауылда П.С.Паллас булып киткән. 1795 й. 23 йортта 178 кеше йәшәгән, 1865 й. 98 йортта – 671 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ағас әйберҙәр яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Башҡорттар Яңы Ҡобау/Башҡорт Ҡобауы а. (хәҙ. Иҫке Ҡобау а.) нигеҙ һалғандан һуң, Сыуаш Ҡобауы булараҡ теркәлгән. 1906 й. (хәҙ. исемдә) сиркәү, 2 министрлыҡ училищеһы, шарап һәм 4 бакалея кибете, мөгәзәй булƒан. С.Г.Корнилаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика