CЫУАШ‑ҠАРАМАЛЫ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Сыуаш‑Ҡарамалы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1328 кеше; 1920 — 1515; 1939 — 1509; 1959 — 1400; 1989 — 850; 2002 — 897 кеше. Сыуаштар йәшәй. Халҡы “Сыуаш‑Ҡарамалы”, “Аҡкүл” ЯСЙ‑ларында эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 1740 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Сембер өйәҙенең Федькино а. суҡындырылмаған сыуаштары Ҡуғанаҡ исеме м‑н  нигеҙ һала. 1760 й. бында ш. уҡ шарттарҙа Ҡазан губернаһының Свияжск, Чебоксар һәм Цивильский өйәҙҙәренән сыуаштарҙың яңы төркөмдәре килеп ултыра. 18 б. аҙ. алып Ҡарамалы булараҡ иҫәпкә алына. 1795 й. 254 кеше күрһәтелгән, 1865 й. Сыуаш‑Ҡарамалыла 122 йортта — 761 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 2 тимерлек, 2 бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән. В.В.Николаев ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин, М.С.Әминова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика