CӘЙЕТ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Горький а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 34 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 93 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 394 кеше; 1959 — 346; 1989 — 302; 2002 — 284 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй. Халҡы “Мир” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1924 й. Бөрө кантонында нигеҙ һалына. Тәүге төпләнеүсе Сәйетгәрәй Сәмиғуллиндың исеме м‑н аталған. 1925 й. Сәйет‑Ауыл исеме м‑н иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика