ПРОГРАММАЛАУ ТЕЛЕ, эшләү эҙмә‑эҙлелеген билдәләгән алгоритмды компьютерға тапшырыу өсөн тәғәйенләнгән формаль тамғалар системаһы; алгоритмды программаға әйләндерә торған яһалма тел; программалау сараһы. П.т. юғары (ниндәйҙер бер телдән, ғәҙәттә, инглиз теленән, алынған һүҙҙәр төркөмө) һәм түбән (машинаға йүнәлтелгән, йәки ассемблер телдәре, мнемоник конструкциялы) кимәлдәгеләре; компиляцияланған (программа‑компилятор м‑н алдан эшкәртелгән) һәм интерпретацияланған (командаларҙы эҙмә‑эҙ рәүештә үҙәк процессорҙың кодына әйләндерә һәм шунда уҡ башҡара торған); программаларҙы ойоштороу алымдары һәм мәғлүмәт м‑н эш итеү ысулдары б‑са – процедуралар аша П.т. (мәҫ., Basiс, Fortran, Pascal, C), функциональ (Erlang, Lisp, Haskell), стеклы (Forth, PostScript), объекттарға йүнәлтелгән (Delphi, C++ һ.б.), скриптлы, йәки сценарийҙарҙы тасуирлаған телдәр (Visual Basic, Python, Ruby, tcl), тамғалар һалыу аша (HTML, XML, pdf һ.б.) булғандарын айыралар. Параллель П.т. (mpC, DVM, Erlang) – бер үк ваҡытта бер нисә ҡоролма башҡара торған программалар төҙөү өсөн; ябайлаштырылған синтаксислы П.т. (Pascal, Logo, КуМир һ.б.) программалау нигеҙҙәрен өйрәнеү өсөн файҙаланалар. 20 б. 60‑сы йй. башлап ӨДАТУ‑ла — төрлө П.т. һәм программалау технологияларын (Ю.С.Кабальнов һ.б.), ш. иҫ. С++ телендәге объекттарға йүнәлтелгән П.т. (В.А. Огородов), MPI ҡулланып параллель программалау (Р.Ғ.Ғәзизов һ.б.) нигеҙҙәре; ӨДНТУ‑ла – “Concept 2.5” мөхитендә сәнәғәт контроллерҙарын П.т. (А.И.Каяшев, Е.А.Муравьёва), хисаплау техникаһын һәм автоматлаштырылған системаларҙы С/С++ телендәге программа м‑н тәьмин итеү проблемалары (Е.А. Никульшина) һ.б.; БДУ‑ла LaTeX системаһын ҡулланыу нигеҙҙәре (К.И. Михайленко, С.Ф.Урманчеев), сигналдарҙы цифрҙар аша эшкәртеүҙең автоматлаштырылған системаларын төҙөү һәм программалау (С.С.Гоц) тикшерелә.

С.Ю.Лукащук, К.И.Михайленко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика