СҮКЕШ”, ижт.‑сәйәси, сатирик журнал. Нәшерсе мөхәррирҙәре: Т.С.Соловьёв, М.С.Алмаев, З.Бәшири. 1906 й. июненән 1910 й. мартына тиклем Ырымбур ҡ. айына ике тапҡыр төрки телендә “Долой гнёт, да здравствует свобода!” (“Долой иҙеүҙе, йәшәһен ирек!”) тигән лозунг аҫтында нәшер ителә. Барлығы 78 һаны сыға. Журналдың маҡсаты «эшселәр, приказчиктар, казак крәҫтиәндәре, ҡырғыҙҙар (ҡаҙаҡтар), башҡорттар мәнфәғәттәрен яҡлау, буржуазияны һәм уның әшнәһе булған бюрократияны “туҡмау”» була. Баҫма биттәрендә илдәге ваҡиғалар т‑да мәҡәләләр һәм корреспонденциялар, әҙәби әҫәрҙәр, карикатуралар, көләмәстәр, уҡыусылар хаттары нәшер ителә.

Әҙәб.: Гимадиев У.И. Сила сатирического слова. Роль и значение татарских сатирических журналов дооктябрьского периода в развитии национальной литературы. Казань, 1987; Кузбеков Ф.Т. Башкирская журналистика как явление этнической культуры. Уфа, 2006.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика