СЫЙ (Achnatherum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле; Евразия, Төньяҡ Африка һәм Американың уртаса һәм субтропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ялтыр С. үҫә. Эре кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ үлән. Һабағы күп һанлы, төҙ, шыма, бейеклеге 50–250 см. Япрағы оҙон, тар ҡыяҡлы, ҡаты, ғәҙәттә, буйға төрөлгән, ярылы телсәһе бар. Башаҡ тәңкәләре (2 бөртөк) ланцет формаһында, сәскәһенән оҙонораҡ; аҫҡылары оҙон нескә ҡылсыҡлы. Сәскәләре аҡһыл миләүшә төҫөндә, һепертке сәскәлектәренә йыйылған бер сәскәле ялпаҡбашаҡтарҙа урынлашš ан. Май–июлдә сәскә ата. Емеше – тығыҙ сәскә тәңкәләре булған цилиндр формаһындағы бөртөксә, июнь–авг. өлгөрә. Далала, ярым сүллектә, татырлы тупраҡта, ҡырсынлы һәм ташлы битләүҙә үҫә, йыш ҡына ҡыуаҡлыҡ барлыҡҡа килтерә. Башҡортостандың Урал аръяғы һәм Башҡортостандың Урал алды терр‑яһының көньяғында йыйылған иҫке гербарий өлгөләренән билдәле. Декоратив үҫемлек, сүсле үҫемлек (һабаҡтарын үреү өсөн материал итеп ҡулланалар), мал аҙығы үҫемлеге. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.М.Абрамова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика