ПРОГРАММАЛАУ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ, программа йәһәтенән тәьмин итеүҙе булдырыу процестары йыйылмаһы, ш. уҡ был процестарҙы тасуирлау; программалауҙың технологик процестарын өйрәнгән фән. Ысулдарына, сараларына һәм процедураларына бәйләнешле программа м-н тәьмин итеүҙең шарлауыҡ (бер тапҡыр үтеү, мәҫ., каскад моделе), инкремент (экстремаль программалау) һәм эволюцион (спираль кеүек модель) стратегияларын айыралар. Парадигма б-са түбәндәге технологияларҙы айыралар: структур (база технологияһы, ш. иҫ. модулле), объектҡа ориентирланған, параллель һәм эҙмә-эҙ программалау. Ҡайһы берҙә П.т. конкрет программалау телендә программа йәһәтенән тәьмин итеү процесы итеп ҡарайҙар. Башҡортостанда 20 б. 70-се йй. “Нефтеавтоматика” ААЙ-нда нефть-газ сығарыу тармағын автоматлаштырыу өсөн программалауҙың каскад һәм эволюцион стратегияларын, ш. уҡ башҡа стратегияларҙың элементтарын ҡулланалар; заказсының талаптарын үтәү, индерелгән версияларҙы оҙатып барыу һәм яңыртыу өсөн структур технологияға ярашлы модулле программалауҙы һәм версияларҙы контролдә тотоу һәм хаталарҙы күҙәтеү системаһын файҙаланалар. Механика институтында “Транснефть” ААЙ өсөн программа йәһәтенән тәьмин итеү эштәрен башҡарғанда структур программалау технологиялары ҡулланыла. 90-cы йй. башынан П.т. б-са белгестәр әҙерләү Авиация техник университетында (объектҡа ориентирланған һәм структур программалау, программа йәһәтенән тәьмин итеүҙе, төҙөү стратегияһының йәшәү циклы моделен әҙерләүҙе эсенә ала), Башҡорт дәүләт университетында (параллель программалау; сигналдарҙы һәм һүрәттәрҙе цифрлы эшкәртеү, мәғлүмәттәр базаһы м-н идара итеү өсөн  программа саралары эшләнгән), Нефть техник университетында (программа йәһәтенән тәьмин итеүҙе әҙерләү технологиялары) һәм уның Октябрьский ҡ. филиалында (объектҡа ориентирланған, структур  программалау, нефть сығарыу технологик процестарының виртуаль аналогтарын төҙөү) алып барыла.

С.Ю.Лукащук, К.И.Михайленко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика