СКВАЖИНАЛАР ТЕРМОМЕТРИЯҺЫ, төрлө ҡоролмалар ҡулланып скважина көпшәһе эсендәге т‑раны үлсәү; скважиналарҙы геофизик тикшереү ысулы. Т‑раның тәбиғи (геотермик) бүленеүен һәм скважиналарҙы быраулау, цементажлау, перфорациялау, эксплуатациялау м‑н бәйләнгән йылылыҡ аномалияларын өйрәнергә мөмкинлек бирә. С.т. прибор скважина көпшәһе буйлап хәрәкәт иткән ваҡытта (каротаж кабелендә йәки автоном ҡоролмалар ярҙамында), төрлө тәрәнлектәрҙә үткәрелә; стационар булмаған (күсемле) процестарҙа ваҡыт үтеү м‑н т‑раның үҙгәреүе үлсәнә; мәғлүмәтте тапшырыу электр йәки сүсле‑оптик элемтә линиялары ярҙамында башҡарыла. 1962 й. башлап Геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү институтында скважиналарҙағы т‑раны билдәләү б‑са эштәр алып барыла, СТД‑2 термоэлектрик дебитомеры эшләнә (В.Б.Чёрный һ.б.); улар б‑са килем профиле баһалана торған, ҡатламдан флюид интенсив килгән зоналар һәм тикшерелгән аралыҡта т‑раның үҙгәреүе билдәләнгән термограммалар алына; 1972 й. алып СТИ‑4 приборының камиллаштырылған модификацияһы ҡулланыла; 80‑се йй. — геологоразведка һәм эксплуатацияланған скважиналарҙағы шыйыҡлыҡтың т‑раһы, тиҙлеге һәм составы үҙгәреүен теркәү өсөн комплекслы ПСК‑1 скважина аппараты; 2000 й. термометрияны үлсәү һәм килемде термоиндуктив индикациялау үҙгәрткесе булған компьютерлаштырылған “Приток‑2М” аппараты эшләнә (Х.К.Сәмиғуллин һ.б.). 1970 й. башлап Башҡорт дәүләт университетында төрлө категория скважиналарын (фонтанлы һәм насослы сығарыу скважиналары, ҡыҫып индереү өсөн, капиталь ремонттан, перфорациялауҙан һуң үҙләштерелгән, ш. уҡ эшләп тороусы горизонталь скважиналар) өйрәнеү методикаһының теоретик нигеҙҙәре һалына, ағымдары күп фазалы булған ҡатламдарҙың термометрияһы тикшерелә; һиҙгерлеге юғары булған СТЛ‑28 термометры эшләнә (А.С.Буевич, Р.А. Вәлиуллин, И.Л.Дворкин һ.б.). Шулай уҡ ҡара: Геотермия.

Р.А.Вәлиуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика