СЫУАШТАР КАНАШЫ (СЪЕЗЫ), БР сыуаштарының милли үҙаңын күтәреү, сыуаш телен һәм милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, республика халыҡтары араһында дуҫлыҡты пропагандалау һәм нығытыу маҡсаты м‑н ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1999 й. алып эшләй. БР Халыҡтары ассамблеяһы ағзаһы. Сы- уаш милли конгресы, Рәсәй сыуаштарының федераль милли‑мәҙәни автономияһы, Сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте, БР‑ҙың Сыуаш йәштәре союзы м‑н хеҙмәттәшлек итә. Республиканың ҡала һәм райондарында структур бүлексәләре бар. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: сыуаш милли мәҙәниәтен, тарих музейҙарын, әҙәбиәтте, ҡулланма сәнғәтте өйрәнеү б‑са учреждениелар булдырыу; әҙәбиәт нәшер итеү; педагогтарҙы һәм уҡыусыларҙы дәртлән-дереү өсөн күренекле эшмәкәрҙәр ис. наградалар һәм премиялар булдырыу; милли ваҡыт‑миҙгел байрамдарын, конкурстар, күргәҙмәләр үткәреү; туған телдә белем һәм тәрбиә биргән уҡыу йорттары, айырым кластар һәм төркөмдәр асыуға булышлыҡ итеү. БР‑ҙың йәмәғәт ойошмалары һәм хәрәкәттәре м‑н берлектә Сыуаш яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре, “Шапчак сасси” (“Һандуғас тауышы”, 2008) сыуаш йырын йәш башҡарыусылар респ. фестивале, “Чаваш пики” (“Сыуаш һылыуҡайы”) сыуаш һылыуҙары респ. конкурсы, ғилми‑ғәмәли конференциялар, сыуаш мәҙәниәтенең билдәле эшмәкәрҙәренә (К.В.Иванов, П.М.Миронов, Я.Ухсай, И.Я.Яковлев һ.б.) арналған саралар уҙғарыла. Сыуашстанға һәм сыуаш халҡы тупланып йәшәгән төбәктәргә сәфәр ойошторола. БР терр‑яһында сыуаш йәкшәмбе мәктәптәре Өфөлә – 2‑әү (1992, 2007), Стәрлетамаҡ (1995–2009), Мәләүез (1998), Ишембай (2006–12) ҡҡ. асылған. Өфөлә С.к.(с.) 3 съезы үткәрелгән (1999, 2006, 2014). Рәйестәре: Г.П.Шушпанов (1999 й. алып), И.С.Захаров (2006 й. алып), В.А.Сидоров (2007 й. алып), И.Г.Тарасов (2014 й. алып).

И.С.Захаров

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика