СХЕНУС (Schoenus), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 80‑дән ашыу төрө билдәле, Ер шарының уртаса һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда тутыҡ С. үҫә. Ҡыҫҡа тамыр һабаҡлы кәҫлек барлыҡ килтергән күп йыллыҡ үлән. Һабағы күп һанлы, цилиндр формаһында тиерлек, бейеклеге 10–30 см, төбөндә пурпур‑көрән төҫтәге тәңкә рәүешле еңсәләре бар, шуларҙың өҫкөләре ҡыҫҡа беҙ кеүек пластинкаларҙан тора. Сәскәлеге – башлы шәлкемгә йыйылған 2–3 сәскәле ланцет формаһындағы ҡуйы көрән башаҡ. Июнь–июлдә сәскә ата. Емеше – һорғолт‑аҡ төҫтәге ялтыр ваҡ сәтләүек, авг.–сент. өлгөрә. Респ. төньяҡ‑көнсығышында һаҙлы болондарҙа, уйһыу һаҙлыҡтарҙа, ер аҫты һыуҙары сығанаҡтарының сығыу урындарында үҫә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Р.Ишбирҙин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика