СҮПРӘБӘШМӘГЕ, аскомицеттар, базидиомицеттар һәм дейтеромицеттар класына ҡараған, типик мицелийы булмаған бер күҙәнәкле бәшмәктәрҙең йыйынты төркөмө. Яҡынса 500 төрө билдәле. Күҙәнәктәренең ҙурлығы 1‑ҙән алып 10‑ға тиклем (йышыраҡ 3—7 мкм), оҙонсаларыныҡы — 20 мкм тиклем һәм артығыраҡ. С.б. күҙәнәктәре төрлө формалы (йомро, овал, уҡ рәүешле, цилиндр, груша формаһында, күп мөйөшлө, ураҡ рәүешле һ.б.), ныҡлы ҡалын, күп ҡатламлы тышсалы, йыш ҡына лайлалы капсула м‑н ҡапланған. Тығыҙ туҡлыҡлы мөхиттәрҙә С.б. колониялар рәүешендә үҫә, шыйыҡтарҙа — ҡуйырыҡ, ултырмалар һәм плёнкалар барлыҡҡа килтерә. Колониялары шыма, ҡуйы, тығыҙ, һирәгерәк лайлалы; төҫө аҡтан алып көрәнгә тиклем (ҡайһы берҙә ҡара), ҡайһы бер С.б. — асыҡ йәшел, һары, ҡыҙыл‑һары, ҡыҙыл. Бөрөләнеү (әгәр бала күҙәнәктәр инә күҙәнәктән айырылмаһа, псевдомицелий барлыҡҡа килә), ҡайһы берҙәре бүленеү юлы м‑н үрсей. Күпселек С.б. муҡсалар (аскылар) барлыҡҡа килтереүсе енси процесс билдәле. Сапротрофтар. Күпселек төрҙәре шәкәрҙәргә бай булған субстраттарҙа үҫә. Тәбиғәттә С.б. емештәрҙең өҫтөндә, сәскәләр татында, ағастарҙың аҡҡан һуттарында һ.б., ҡайһы берәүҙәре (мәҫ., липомицеттар) тупраҡта йәшәй. Икмәк бешереүҙә, шарап яһауҙа, һыра ҡайнатыуҙа, спирт, әсе һөт продукттары, глицерин етештереүҙә, Д2 витаминын, липидтар, нуклеин кислоталары, ферменттар һ.б. С.б. сәнәғәт күләмендә етештереү өсөн киң ҡулланыла. Составында юғары сифатлы аҡһым, углеводтар, төрлө витаминдар булған (бигерәк тә В төркөмө) С.б. медицинала ҡулланыла. С.б. биомассаһы һәм сүпрә экстракттары мал аҙығы, аҙыҡөҫтәмәләре булараҡ файҙаланыла. Генетикала, радиобиологияла, цитологияла процестар һәм күренештәрҙе өйрәнгәндә моделдәр сифатында киң ҡулланыла. Аҙыҡ продукттарында үҫешеп, С.б., токсик матдәләр булдырмайынса, уларҙың тәмен һәм тышҡы ҡиәфәтен үҙгәртә.

Г.Ғ.Ҡужәхмәтов, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика