АЦЕТОН, диметилкетон, СН3СОСН3, иң ябай кетон. Үҙен­сәлекле еҫле төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү −94,6°С, tҡайнау 56,5°С, тығыҙлығы 792 кг/ м3. Органик эреткестәрҙә яҡшы эрей, һыу м‑н теләһә ниндәй нисбәттәрҙә ҡушыла. Нарко­тик тәьҫиргә эйә (ПДК 200 мг/ м3). Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. Өфө синтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфа­оргсинтез”) А. алыуҙың аҙ сы­ғымлы кумол ысулы үҙләштерелә: кумолды синтезлау, уны һауа кислороды м‑н окисландырыу, артабан барлыҡҡа килгән гидропероксидты А. һәм фенолға тарҡатыу. А. лак‑буяу изделиелары (ҡара: “Авангард”), дифенилолпропан (ҡара: “Уфахимпром”), нефтехимик синтезда диацетон спиртын, мезитил, форон, изофрон окистарын һ.б. берләшмәләр алыу өсөн, эреткес итеп, органик быяла, ацетат сүс етештереүҙә ҡулланыла; 60—80‑се йй. аскорбин к‑таһы етештереүҙә экстрагент сифатында файҙаланыла (ҡара: “Өфө витамин заводы”). 90‑сы йй. башында Нефтехимия производстволары ҒТИ-нда А. нигеҙен­дә 3,5‑ксиленол етештереү технологияһы уйлап табыла (Г.Н. Кириченко, Ю.В.Чуркин). Респ. А. етештереү күләме 1988 й. 35,4 мең т тәшкил иткән, 2000 й. — яҡынса 44 мең т. А. ҡулланыусылар: РФ‑тың лак‑буяу, мед.‑фарм. һ.б. сәнәғәт тармаҡтары; А. ш. уҡ Литва, Украина һәм Финляндияға оҙатыла.

Г.Н.Кириченко

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева