СУШКИН Пётр Петрович (27.2.1868, Тула ҡ. – 17.9.1928, Кисловодск ҡ.), зоолог, орнитолог. СССР ФА акад. (1923), биол. ф. д-ры (1914), проф. (1901). Фәнни эшмәкәрлеге орнитология, зоогеография, сағыштырма анатомия, палеонтология мәсьәләләренә арналған. С. тарафынан Рәсәйҙең Европа һәм Азия өлөшөнөң, ш. иҫ. Башҡортостандың орнитофаунаһы (ҡоштарҙың биол. күп төрлөлөгө, һаны һәм экологияһы өйрәнелгән,242 оя ҡороусы ҡош төрө асылған һәм уларҙың таралышы тасуирланған) тикшерелгән. К.Ф.Кесслер ис. пр. (1897); Санкт-Петербург Император ФА-ның Ф.Ф.Брандт ис. пр. (1914) лауреаты.

Хеҙм.: Птицы Уфимской губернии //Материалы к познанию фауны и флоры Российской империи. Отделение зоологии. 1897. Вып.4; Дополнительные заметки о птицах Уфимской губернии //Там же. 1901. Вып.5.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Яндекс.Метрика