СУРТАНДЫ МӘҘӘНИӘТЕ, энеолит осоро археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 4—3 мең йыллыҡтарға ҡарай. Суртанды күле торалары (ҡара: Суртанды торалары) исеме б‑са аталған. Башҡортостанда С.м. ҡомартҡылары (Ҡарабалыҡты, Мауыҙҙы, Мәсәғүт тораһы һ.б.) Көньяҡ Урал аръяғында, Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүҙәрендә тупланған. Торамалар уйһыу күл ярҙарында урынлашҡан, нығытмалары юҡ. Усаҡ, һикеләре булған, стеналары эре таш плиталары м‑н нығытылған йәки ташлы ерҙе өңөп эшләнгән, ҡыйыҡтары бүрәнә түшәлмә м‑н ябылған ер өйҙәр һәм ярым ер өйҙәр (һәр береһе 30—50 м2 майҙанлы 6—8 ҡаралты) торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Ярым түңәрәк булып ултырған торлаҡтар алдында таш түшәлгән майҙан (мал һарайы, тип фараз ителә) булған. Керамика ауыҙҙары бер аҙ бөгөлгән, тешле штамп баҫып төшөрөлгән геом. фигуралар м‑н биҙәлгән, йомортҡа формаһындағы түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡылары табылмаған. Саҡматаш һәм йәшмә әйберҙәр (уҡ башағы, бысаҡ, ҡырғыс, сүкеш, иген төйгөстәр), баҡыр ҡоралдар табылған. С.м. халҡы неолит осороноң урындағы ҡәбиләләре нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағында Йүрүҙән, Өршәк, Әй йй. үҙәндәрендә ултырғандар. Һунар, балыҡсылыҡ, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. С.м. ҡәбиләләре көнсығышта — Алакүл мәҙәниәте, көнбайышта Абаш мәҙәниәте халҡы формалашыу компоненттарының береһе була. С.м. өйрәнеүселәр: О.Н.Бадер, Л.Я.Крижевская, Г.Н.Матюшин, К.В.Сальников һ.б.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика