СУРАЙ УРТА МӘКТӘБЕ. Мишкә р‑нында урынлашҡан. 1887 й. земство башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑мари) булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1933 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1943 й. башлап урта мәктәп, 2012 й. алып Мари гимназияһы. 2005 й. Я.Ялкайн ис. бирелә. Бөкләнде һәм Раевка аа. филиалдары бар. Компьютер класы, китапханаһы, Я.Ялкайн музейы, слесарлыҡ һәм ағас эше оҫтаханалары, логопедик, музыка һәм хеҙмәттәр күрһәтеү тармағы кабинеттары, спорт залы, интернаты, саңғы базаһы, авто‑ һәм а.х. машиналары, мәктәп яны һәм уҡыу‑тәжрибә участкалары бар. Уҡыу йортон 3 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2015), улар араһында Г.А.Андреев, Д.А. Андрианов, Я.Ялкайн. Бинаға мәктәпте тамамлаусылар О.М.Шамукаев м‑н Г.Д.Йөҙөкбаевҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2004; тәүгеһе Чечнялағы, икенсеһе Молдова Респ. хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған).

Г.З.Зәйнетдинов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика