СУЛПЫ, ҡатын‑ҡыҙҙың ике яҡтан төшөп торған суҡ рәүешендәге традицион биҙәүесе. Башҡорттарҙа С. көмөштән, һирәгерәк баҡырҙан йә башҡа металдан эшләнгән. Түңәрәк, ромб йә өсмөйөш формаһындағы бер нисә пластинанан, Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш райондарында филигранлы медальондарҙан (улар дүңгәләк йә нәҙек сылбырҙар м‑н тоташтырылған) торған С. киң таралған. Металл дуға м‑н тоташҡан 2 суҡлы (көйәнтәле) С. осраған. Гравёрлау, ҡарайтыу, зәръярма, сымбиҙәк, һүрәт баҫыу алымдарын ҡулланып үҫемлек орнаменттары, семәрле ғәрәп яҙыуы м‑н биҙәгәндәр; ярым аҫыл таштар (аҡыҡ, фирүзә һ.б.), ҡырланған төҫлө быяла, тәңкәләр м‑н матурлағандар. Башҡортостандың төньяҡ, көнбайыш һәм үҙәк райондарында сәс биҙәүестәре ҡушылған С. булған, көньяҡ‑көнсығыш төбәктәрҙә һәм Урал аръяғында (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары, Ырымбур башҡорттары) С. түшелдереккә (ҡара: Түш биҙәүестәре), ҡашмауға ҡушымта итеп файҙаланғандар. С. шулай уҡ һаҡлағыс сифатында файҙаланылған. Татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һ.б. халыҡтарҙа осраған.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Яндекс.Метрика