СУҠРАҠЛЫ ҠАЛАСЫҒЫ, 8 б. 2‑се ярт. — 9 б. археологик ҡомартҡыһы. Шишмә р‑ны Суҡраҡлы а. көнсығышҡа ҡарай 1,5 км алыҫлыҡта Дим й. уң ярында урынлашҡан. 1973 й. С.М.Васюткин, В.С.Горбунов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡаласыҡ 2 ур м‑н һаҡланған. Керамика муйындары соҡорло биҙәк, ҡыя һыҙыҡтар, тамсы рәүешендәге тар һырҙар м‑н биҙәлгән Ҡараяҡуп мәҙәниәте һауыттары ярсыҡтарынан ғибәрәт. Ҡомартҡы материалдары БДУ фондында һаҡлана.

В.С.Горбунов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика