СУҠБАЕВ Сәләхетдин Хөсәйен улы (10.6.1935, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Нөрлө а.), журналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1974), ТВ һәм радио отличнигы (1984). Журналистар союзы ағзаһы (1964). БДУ‑ны тамамлаған (1960). 1962 й. алып “Башҡортостан” ДТРК‑ның телевидение студияһында эшләй, төрлө йылдарҙа мөхәррир, өлкән мөхәррир; 1986 й. алып ижт.‑сәйәси радиотапшырыуҙар редакцияһы баш мөхәррире; 1992— 2001 йй. радиотапшырыуҙар студияһының “Заман” ижади берекмәһе етәксеһе. “Иман. Исламдың әхлаҡи ҡиммәттәре” (1992 й. алып) радио программаһы авторы һәм алып барыусыһы. Башҡ. телендәге мосолман календарын төҙөүселәрҙең береһе. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1996).

Х е ҙ м.: Говорит Уфа. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Яндекс.Метрика