СУЙЫНСЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Дәүләкән р‑ны. 1901 й. урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, мәктәп тарихы музейы, уҡыу оҫтаханаһы, спорт залы, интернаты, мәктәп яны участкаһы бар. Мәктәпте 3,8 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2010), улар араһында Н.Ғ.Ғатауллин, Н.Ә.Ғәлиев, М.Х.Камалов, Ф.Ғ.Садиҡов, Н.Ғ.Сибәғәтуллин, Фән.Л.Сәйәхов, Фәһ.Л.Сәйәхов, Ғ.Ғ.Теләшев, И.Л.Хәбибуллин, Р.Ф.Шәрәфетдинов. Мәктәп бинаһына беренсе дир. Х.Ғ.Ғабдрахмановҡа мемориаль таҡтаташ (1996), терр‑яһына — Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына һәйкәл (1965) ҡуйылған.

Р.В.Фәйезов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика