СУДТАР, енәйәт һәм граждандар эштәрен ғәмәлдәге закондар һәм билдәләнгән процессуаль ҡағиҙәләр нигеҙендә ҡараусы дәүләт органдары. С. суд власын ғәмәлгә ашыра. Башҡорттарҙа хөкөм йола хоҡуғы нигеҙендә аҡһаҡалдар йыйыны, Башҡортостандың Рус дәүләт енә ҡушылыуынан һуң — бей, тархан һәм кенәздәр, һуңыраҡ староста һәм старшиналар тарафынан сығарылған. Ислам дине таралғас, шәриғәт судтары барлыҡҡа килгән. Башҡорт булмаған халыҡ араһында хөкөм эше, башҡорттар м‑н башҡа халыҡтар араһындағы эштәрҙе воевода суды (ҡара: Воевода) ҡараған. Губерналар ойошторолоу м‑н суд вәкәләттәре губернаторға бирелгән. Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.) осоронда суд функцияларын ш. уҡ Ҡазан йәшерен комиссияһы, Башҡорт эштәре комиссияһы, Ырымбур йәшерен комиссияһы, Яйыҡ йәшерен комиссияһы үтәгән. “Бөтә Рәсәй империяһы губерналарына идара итеү өсөн учреждениелар”ға (1775) ярашлы ҡатлам С. индерелгән. Дворяндар өсөн (1801 й. алып ауыл кешеләре өсөн дә) Өфө, Бәләбәй, Бөрө, Бөгөлмә, Стәрлетамаҡ, Троицк ҡҡ. өйәҙ С.; сауҙагәр һәм мещандар өсөн — Өфө ҡала һәм губерна магистраттары; дәүләт крәҫтиәндәре өсөн Өфө юғары расправаһы, беренсе Өфө, Бәләбәй, Бөрө түбәнге расправалары (1796 й. тиклем) эшләгән. Өфө һәм Ырымбур ҡҡ. Енәйәт һәм гражданлыҡ суды палаталары апелляция баҫҡысы булған. Шулай уҡ махсус суд учреждениелары — Ырымбур һәм Өфө выждан С. (аҡылдан яҙғандар, дауалап булмаған ауырыуҙар, үҫмерҙәр һ.б. енәйәт эштәре б‑са), Өфө ҡалаһының етемдәр суды (сауҙагәр, мещан һәм крәҫтиәндәрҙең тол ҡалған ҡатындарын һәм етем балаларын опекаға алыусы ҡала магистраты эргәһендәге орган); Бәләбәйҙә, Бөрөлә, Стәрлетамаҡта, Өфөлә земство С. (ваҡ енәйәт һәм граждандар эштәре б‑са өйәҙ адм.‑полиция учреждениелары) эшләгән. Иң юғары суд органы — Сенат. 1788 й. башлап шәриғәт С. эшмәкәрлеген Ырымбур мосолмандиниә назараты күҙәткән. Идара итеүҙең кантон системаһы осоронда граждандар С. м‑н рәттән башҡорт һәм мишәрҙәр өсөн хәрби‑адм. суд органдары һәм хәрби С. булған. “Башҡорттар тураһында положение” ғаярашлы улус суды ғәмәлгә индерелгән. Башҡортостан суд эшмәкәрлегендәге артабанғы үҙгәрештәр Суд реформаһын (1864) үткәреүгә бәйле. Революциянан (1917) һуң РСФСРХКС‑ының суд т‑дағы 1‑се декреты (1917 й. нояб.) м‑н элекке суд учреждениелары бөтөрөлөп, революцион трибуналдар ойошторола, совет С. ойоштороу һәм эшмәкәрлек нигеҙҙәре (судьяларҙы һайлап ҡуйыу, С. эштәрҙе асыҡ ҡарау, ғәйепләнеүсенең яҡлауға хоҡуғы һ.б.) нығытыла; 1918 й. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның суд т‑дағы 2‑се декреты м‑н округ халыҡ С. ойошторола, РСФСР ХКС‑ының суд т‑дағы 3‑сө декреты нигеҙендә урындағы халыҡ С. ҡараған эштәр киңәйтелә, енәйәт һәм граждандар эштәре б‑са бүлектәр м‑н берҙәм кассация С. эшләй башлай. 1922 й. тиклем Башҡ. респ. биләмәләрендә Башҡ‑н революцион трибуналы һәм АСБР‑ҙың Халыҡ судьялары Советы, Өфө губернаһында Өфө губерна революцион трибуналы һәм Өфө губерна халыҡ судьялары Советы эшләй. 1923 й. БАССР‑ҙың Өлкә суды (ҡара: БР Юғары Суды) ойошторола. БР‑ҙа С. РФ Конституцияһына, БР Конституцияһына һәм “Рәсәй Федерацияһында суд системаһы тураһында” РФ законына (1996) һ.б. ярашлы эш итә; БР Конституция Суды, БР Арбитраж Суды, БР Юғары Суды, 60 район һәм 11 ҡала суды, 215 мировой судья (ҡара: Мировой Суд), Өфө гарнизонының хәрби суды эшләй.

А.Ф.Абдрахманов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика