СУДНО, транспорт, промысла һәм хәрби маҡсаттар, ғилми тикшеренеүҙәр һ.б. өсөн тәғәйенләнгән йөҙөү ҡоролмаһы. Диңгеҙҙә йөрөй торған, эске (йылғаларҙа, ҙур күлдәрҙә, диңгеҙ ҡултыҡтарында) һәм ҡатнаш йөҙөү С.; үҙйөрөшлө (газотурбоходтар, пароходтар, теплоходтар, электроходтар) һәм үҙе йөрөмәгән (буксирланыусы) С. айыралар. Тәүге С. булып бүрәнәнән яһалған һалдар, бергә беркетелгән  ағас олондары һәм киҫәктәре торған; һуңыраҡ ағас кәмәләр яһай башлағандар (ҡара: Һыуҙа йөрөү саралары). Уралда 19 б. башында С. яҙ көнө ташҡын һыуҙа йөк ағыҙыу өсөн төҙөгәндәр, портҡа килеп етеү м-н улар һүтеп һатылған (утын, төҙөлөш материалдары итеп файҙаланылған). Башҡортостанда суднолар төҙөү 19 б. үҫеш алған, Өфө һәм Ырымбур губерналарының бөтә төп йылғаларында алып барылған. Ағастан йөк ташыу С. (баржалар, баркалар, биләндәр, коломенкалар, паузкалар, подчалкалар, ярымбаркалар) яһалған. 1858 й. Ағиҙел й. пароход бәйләнеше асылған (ҡара: Йылға транспорты). 1937 й. Окт. Революцияһы ис. суднолар ремонтлау з-дында (ҡара: Суднолар ремонтлау-эшләү заводы) тәүге “Өфө” йөк пароходы, 1973 й. – тәүге (20 араһынан) “Башҡортостан комсомолы” буксир теплоходы төҙөлгән. 1957–2002 йй. респ. 200-ҙән ашыу эре тоннажлы металл баржа яһалған. БР-ҙа Башҡ-н йылға пароходсылығы (ҡара: Ағиҙел йылға пароходсылығы) эшләй, уның транспорт флоты буксирлау (“Волгарь” тибындағы, ТР), йөк (“Уфимец”, “Шихан”, “Өфө” һ.б.), ш. иҫ. ҡатнаш “йылға-диңгеҙ” тибындағы, һәм пассажирҙар йөрөтөү С. (“Башҡортостан”, “Ҡариҙел”, “Салауат Юлаев” һ.б.) торған; “БашВолготанкер” судносылыҡ компанияһында баржалар, “ОТ-2000” буксир-этеүселәре, ”Волганефть” танкерҙары эксплуатациялана (2009). “Йәш моряк” клубының (“Ағиҙел”), Халыҡ ижады үҙәгенең (“Арыҫлан Мөбәрәков”), ӨДНТУ-ның (“Девон”) теплоходтары бар. 20 б. аҙ. Ҡара диңгеҙ пароходсылығында (Одесса ҡ.) “Башҡортостан” (пассажирҙар йөрөтөү) һәм “Баймаҡ” (йөк ташыу), Төнъяҡ диңгеҙ пароходсылығында “Салауат Юлаев” (йөк ташыу) теплоходтары булған. Балтика диңгеҙе флотындағы, респ. хәрби хеҙмәткә алынғандар хеҙмәт иткән, кәмәләргә ҡаршы бәләкәй караптарға “Башҡортостан комсомолы” (1982–92 йй. эксплуатацияланған) һәм “Башҡортостан” (1999 й. алып) исемдәре бирелгән.

Б.А.Христов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика