АЦЕТИЛЕН, этин, CH≡CH, ацетилендар рәтендәге иң ябай углеводород. Төҫһөҙ газ; tиреү −80,8°С, tҡайнау −83,5°С, тығыҙлығы 1089,6 кг/ м3, тоҡаныу концентрацияларының сиктәре 2,5—81% (күләме б‑са). Ацетонда, диметилформамидта яҡшы эрей, һыуҙа — насар. Көслө булмаған наркотик тәьҫиргә эйә (ПДК 0,3 мг/ м3). Башҡортостанда А. химияһы б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. башлана. Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) Г.А.Толстиков етәкс. А. һәм уның сығарылмаларын карбалюминлаштырыу һәм гидроалюминлаштырыу процестары (ҡара: Алюминорганик берләшмәләр) б-са комплекслы тикшеренеүҙәр уҙғарыла, бөжәк феромондарын, ювеноидтарҙы, простаноидтарҙы синтезлау өсөн файҙаланылған төрлө структур төҙөлөшлө аллендар һәм пропаргиль субстраттар синтезының препаратив ысулдары эшләнә. 80‑се йй. башлап У.М.Джемилев етәкс. биологик актив матдәләр синтезында ярым продукт алыу өсөн магний диацетиленидтарының аллиль берләшмәләре м-н үҙ‑ара тәьҫир итешеү реакцияларын өйрәнеү б-са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Ә.Ғ.Ибраһимов, Р.Ә.Сараев). А. сығарылмаларының нитрилдар һәм ароматик аминдар м‑нциклдар барлыҡҡа килтереү реакциялары нигеҙендә ҡатмарлы төҙөлөшлө азотлы гетероциклик берләшмәләр (Ф.А.Сәлимов, Р.Ә.Хөснөтдинов); икеләтә алмаштырылған А. м‑н цикллы һәм гидроалюминлаштырыу реакциялары ярҙамында цикллы һәм алициклик алюминорганик берләшмәләр (Ибраһимов, Р.Р.Мөслөхов, И.Р. Рамаҙанов) алыу ысулдары эшләнә. 50‑се йй. уртаһынан Өфө химия з‑дында (ҡара: “Уфахимпром”) һәм 1966—92 йй. Стәрлетамаҡ химия з‑дында (ҡара: “Каустик”) А. кальций карбидын гидролизлау юлы м‑н алына һәм башлыса трихлорэтилен (ҡара: Галоген‑углеводородтар) һәм винилхлорид етештереүҙә файҙаланыла. Ацетальдегид, акрилонитрил, хлоропрен һ.б. етештереүҙә, металдарҙы иретеп йәбештереүҙә һәм киҫеүҙә ҡулланалар.

Әҙәб.: Котляровский К.А., Карпицкая Л.Г. Химия ацетилена. Томск, 1981.

Ғ.Й.Ишморатов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева