СУД СИСТЕМАҺЫ, дәүләттең судғәмәлеб‑са бер-береһе м‑н бәйләнгән бөтә судтар йыйылмаһы. БР‑ҙа С.с. РФ Конституцияһы, БР Конституцияһы,  “Рәсәй Федерацияһында суд системаһы тураһында” законына (1996) ярашлы эш итә; суд власының респ. органдарынан — БР Конституцион Судынан, мировой судьяларҙан (ҡара: Мировой суд); федераль органдарынан — БР Юғары Судынан, БР Арбитраж Судынан, райондар (ҡалалар) судтарынан, Өфө гарнизоны хәрби судынан тора. 1998 й. алып РФ Юғары Суды эргәһендәге Суд департаментының БР‑ҙағы идаралығы эшләй.

А.Ф.Абдрахманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика