СУД РЕФОРМАҺЫ (1864), 1864 й. 20 нояб. суд уставтары нигеҙендә судты һәм суд алып барыуҙы үҙгәртеп ҡороу, реформаларҙың (19 б. 60—80‑се йй.) бер өлөшө. Судьяларҙың бойондороҡһоҙлоҡ, суд процесының асыҡлыҡ, телдән алып барылыу, һүҙ көрәштереү принциптарын иғлан итә, ҡатламдар судын бөтөрә. Присяжныйҙар суды, адвокатура, дөйөм (таж) һәм мировой судтар индерелә. Дөйөм суд инстанциялары округ суды һәм Суд палатаһынан торған. Башҡортостанда Александр II‑нең 1878 й. 2 майындағы “Өфө, Ырымбур һәм Әстерхан губерналарында дөйөм судтарҙан айырым мировой судтар индереү тураһында” указына ярашлы мировой судьялар институты индерелә. Өфө губернаһы 6 мировой суд округына (Бөрө, Бәләбәй, Златоуст, Минзәлә, Өфө, Стәрлетамаҡ) һәм 32 суд участкаһына, Ырымбур губернаһы 5 мировой суд округына (Верхнеурал, Орск, Силәбе, Троицк, Ырымбур) һәм 30 суд участкаһына бүленгән. 1892 й. 9 мартындағы “Өфө һәм Ырымбур губерналарында суд реформаһын тулыһынса индереү тураһында” указына ярашлы Енәйәт һәм гражданлыҡ суды палаталары урынына Өфө, Троицк, Ырымбур ҡҡ. 3 округ суды ойошторола. 1898 й. Өфө һәм Ырымбур губ. присяжный заседателдәр һәм адвокатура институттары индерелә.

Әҙәб.: Леонов Н.И. Буржуазные реформы 60—70‑х гг. XIX в. в Башкирии. Уфа, 1993; Абдрахманов А.Ф. Государственное управление, суд и прокуратура Уфимской губернии 1865—1917 гг. Уфа, 2005.

Н.И.Леонов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика