СУД ПАЛАТАҺЫ, 1864—1917 йй. Рәсәйҙә округ судтары өсөн апелляция инстанцияһы, округ судтары һәм мировой судьялар съездары (ҡара: Мировой суд) өҫтөнән күҙәтеүсе орган, дәүләт енәйәттәре б‑са эштәрҙе ҡараусы тәүге суд инстанцияһы. С.п. составына юстиция министры тәҡдиме б‑са император тарафынан тәғәйенләнеп, палата рәйесе һәм ағзаларынан торған граждандар һәм енәйәт эштәре департаменттары ингән. С.п. эргәһендә прокурор надзоры (ҡара: Прокуратура), присяжный вәкилдәр советы һәм канцелярия булған. Суд реформаһына (1864) ярашлыбер нисә губерна йәки өлкәнән торған суд округтарында ойошторолған (1917 й. 14 С.п. иҫәпләнгән). Өфө губернаһы халҡы өсөн апелляция инстанцияһы булып — Ҡазан С.п.(1870 й. нигеҙләнгән, суд округына 7 губернаның округ суды ҡараған), Ырымбур губернаһы өсөнҺарытау С.п. (1871 й., 8 губерна) һаналған, уларҙа башҡ. эштәре б‑са прокурор урынбаҫары вазифаһы булдырылған.

Н.И.Леонов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика