СУВЕРЕНИТЕТ (нем. souveränität), властың өҫтөнлөклө һәм бойондороҡһоҙ булыуы. С. дәүләт (дәүләттең үҙ терр‑яһында сит ил власын тулыһынса кире ҡаҡҡан закондар сығарыу власы, башҡарма власы һәм суд власы), милли (милләттең тулы власлылығы һәм милли тормошоноң характерын билдәләү мөмкинлеге), халыҡ (халыҡтың йәмғиәт һәм дәүләт эштәренә идара итеүҙә ҡатнашыу өсөн соц.‑иҡт. һәм сәйәси сараларға эйә булыуы) төрҙәре айырып йөрөтөлә. Башҡортостанда 1990 й. Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. РФ һәм БР власы органдары мөнәсәбәттәре РФ Конституцияһы, БР Конституцияһы, Федератив килешеү, “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ‑ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында” килешеүе һ.б. м‑н билдәләнгән.

З.И.Йәнекәев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика