СТУДЕНТ ОТРЯДТАРЫ, студенттарҙың төрлө иҡтисад тармаҡтарында эшләү өсөн ойошторолған хеҙмәт берләшмәләре. Төҙөлөш, а.х., пед., медицина, экологик, соц., проводниктар, сервис һ.б. С.о. айырып йөрөтөлә. СССР‑ҙа студенттарҙың тәүге төҙөлөш отрядтары 1959 й. МДУ‑ла ойошторола. 70—80‑се йй. Бөтә Союз С.о. барлыҡҡа килә. С.о. район (зона), өлкә, край һәм үҙәк штабтар етәкселек иткән. Студенттар сәнәғәт, а.х., мәҙәни‑көнкүреш һ.б. объекттар төҙөүҙә ҡатнашҡан. 1971 й. С.о. 428 мең кеше иҫәпләнгән, 1975 й. — 636 мең, 1980 й. — 822 мең, 1985 й. — 830 мең кеше. 2004 й. “Рәсәй студенттары отрядтары” йәштәр дөйөм Рәсәй ижт. хәрәкәте (2006 й. — 170 мең, 2007 й. 250 мең кеше ҡатнашҡан), С.о. Бөтә Рәсәй һәм округ штабтары барлыҡҡа килә. Башҡортостанда тәүге С.о. 1960‑сы йй. уртаһында БДУ, ӨАИ, ӨНИ‑лә ойошторола. 1968 й. ГДР‑ҙың Галле округында эшләр өсөн БДУ базаһында респ. беренсе интернациональ С.о. ойошторола. 70‑се йй. С.о. Белорет—Шишмә т. юлын, Мәләүез химия з‑дын (ҡара: “Минудобрения”), Яңы Стәрлетамаҡ ТЭЦ‑ын, Октябрьский ҡ. “Автоприбор” з‑дын (ҡара: “Автокомплект”) һ.б. төҙөүҙә ҡатнаша. 1984 й. С.о. 11 мең студент иҫәпләнә. 2003 й. С.о. ойоштороу, уларҙың эшмәкәрлеген көйләү, ҡатнашыусыларға хоҡуҡи һәм соц. яҡлау тәьмин итер өсөн “Башҡортостандың студент хеҙмәт отрядтары штабы” республика йәштәр йәмәғәт ойошмаһы булдырыла. 2009 й. БР Хөкүмәтенең “Башҡортостан Республикаһында йәштәрҙең хеҙмәт м‑н мәшғүл булыуына һәм студенттарҙың хеҙмәт отрядтарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү тураһында” ҡарары ҡабул ителә. 2004 й. — 11 (268 кеше), 2007 й. — 152 (5 мең), 2009 й. 200‑ҙән ашыу (7,4 мең кеше) отряд ойошторола. 2007 й. алып иң яҡшы С.о. республика конкурсы үткәрелә. 2009 й. өс номинацияла иң яҡшы С.о. тип “Башаҡ” (БДАУ), “Ялҡын” (БДПУ), “Ирәндек” (БДУ‑ның Сибай ин‑ты) отрядтары таныла. 1970‑се йй. Белорет ҡ. янында С.о. активистары тарафынан Белорет—Шишмә т. юлын төҙөүселәргә һәйкәл ҡуйыла.

Р.Р.Мөфтәхетдинова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика