СТӘРЛЕТАМАҠ ХИМИЯ-ТЕХНОЛОГИЯ ТЕХНИКУМЫ, 1964 й. Стәрлетамаҡ химия з‑ды (ҡара: “Каустик”) эргәһендә киске химия-технология техникумы булараҡ асыла, 1969 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Уҡытыу көндөҙгө һәм киске бүлектәрҙә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник файҙаланыу, һыуытҡыс-компрессор машиналарын һәм ҡоролмаларын монтажлау, техник файҙаланыу, электр һәм электр механик ҡорамалдарҙы техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү, органик булмаған матдәләрҙең химик технологияһы, органик матдәләрҙең химик технологияһы, иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе. 4 компьютер класы, китапханаһы, 14 лаб., 3 уҡытыу-производство оҫтаханаһы, тамаша, спорт һәм уҡыу залдары, мәғлүмәт‑хисаплау үҙәге, тиры, ятағы бар. 11 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2010), улар араһында С.С.Асҡаров, Ю.К.Дмитриев, Д.П.Самородов, Г.М.Сидоров. БДУ, Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑ты, Ҡазан химия-технология ун‑ты, ӨДАТУ, ӨДИСА, ӨДНТУ м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Р.А.Дәминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика