СТӘРЛЕТАМАҠ ТӨҘӨЛӨШ, ИҠТИСАД ҺӘМ ХОҠУҠ КОЛЛЕДЖЫ, 1952 й. киске төҙөлөш техникумы булараҡ асыла, 1955 й. алып төҙөлөш техникумы, 1998 й. С.т., и.һ.х.к., 2015 й. Стәрлетамаҡ технология колледжы һәм 3‑сө һөнәрселек лицейы ҡушылғандан һуң Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлегендә тәьмин итеүҙең мәғлүмәт системалары; металл булмаған төҙөлөш изделиелары һәм конструкциялары производствоһы; биналар һәм ҡоролмалар төҙөү, файҙаланыу; күтәреү‑транспорт, төҙөлөш, юл машиналарын һәм ҡоролмаларын техник файҙаланыу; иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе; дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры һ.б. Компьютер үҙәге, 2 китапханаһы, 3 спорт, 2 тренажёр, гимнастика, теннис, 3 тамаша залы, саңғы базаһы, хәрби һәм хеҙмәт даны музейы, мед. пункты, ял итеү бүлмәһе, тиры, 3 уҡыу оҫтаханаһы, автодромы, 11 автомашинаһы, автобусы, 3 ятағы бар. 32 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2015). БДАУ, БДУ, Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалы, Мәскәү технология һәм идара итеү институтының Мәләүез филиалы, ӨДАТУ, ӨДНТУ һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә.

А.М.Андреев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика