СТӘРЛЕТАМАҠ ТЕХНОЛОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1970 й. технология техникумы булараҡ асыла, 1992 й. С.т.к., 2015 й. — Стәрлетамаҡ төҙөлөш, иҡтисад һәм хоҡуҡ колледжына ҡушылғандан һуң Стәрлетамаҡ төҙәлеш һәм һөнәри технологиялар колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барылған: менеджмент, сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник файҙаланыу, электр һәм электр механик ҡорамалдарҙы техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү, иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе. 4 компьютер класы, китапханаһы, тамаша, спорт, тренажёр һәм уҡыу залдары, мед. пункты, механик, слесарлыҡ һәм электр‑монтаж оҫтаханалары, ятағы булған. 13 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2009).

Э.М.Краснова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.