СТӘРЛЕТАМАҠ СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ТЕХНИКУМЫ, 1955 й. Силәбе юл машиналары эшләү техникумы филиалы базаһында киске машиналар эшләү техникумы булараҡ асыла, 1961 й. алып машиналар эшләү техникумы, 1969 й. — С.с.э.т., 2011 й. — 15‑се һөнәрселек лицейы м‑н берләштерелгәндән һуң Стәрлетамаҡ политехник техникумы. Уҡытыу көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: ҡара һәм төҫлө металдарҙы ҡойоу производствоһы, сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник эксплуатациялау, машиналар эшләү технологияһы. 3 компьютер класы, китапханаһы, мед. пункты, материалдар ғилеме, станоктар, ҡойоу технологияһы производствоһы, химия, электр техникаһы лаб. һ.б. бар. 8 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2010). ӨДАТУ м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Р.Ш.Рәжәпов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика