СТӘРЛЕТАМАҠ МӘҘРӘСӘҺЕ, юғары уҡыу йорто. 19 б. 1‑се ярт. Стәрлетамаҡ йәмиғ мәсете эргәһендә асыла. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, хәйер, иғәнә аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мөҙәрис м‑н мәсеттең имам-хатибы етәкселек итә. Урта мәҙрәсәнең өлкән, уртансы кластарын тамамлаған һәм ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырған ир‑ат ҡабул ителгән. Уҡыу бушлай була. Уҡыу курсы — 6—11 йыл. Уҡытыу яңы ысул б‑са алып барыла (ҡара: Йәдитселек). Уҡыу программаһына ғәрәп теле, ислам нигеҙҙәре, Ҡөрьән тәфсире, хәҙистәрҙе өйрәнеү, логика (мантыҡ), фикһ, ш. уҡ Рәсәй тарихы, урыҫ теле, әҙәбиәт, тәбиғәтте өйрәнеү, матем. һ.б. инә. Мәҙрәсәнең сауҙагәр Г. Мәжитов бүләк иткән ваҡыфы (5 сауҙа лавкаһы) була. Мәҙрәсә м‑н Х.Ғосманов, Ш.Й.Мәхмүтов, М.И.Өмөтбаев, Ғ.Сөләймәнов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 19 б. 70‑се йй. уртаһында С.м. 200‑гә яҡын, 80‑се йй. уртаһында — 600, 1913 й. 160 шәкерт була, улар араһында Әхмәтша Ә. һәм Әхмәтвәли В. Вәлидовтар, Ғосманов, Ғ.Ф.Ғәлиев, И.Насыри, Ғ.Сайрани, Х.Һатлыҡов. 1919 й. ябыла. Мөҙәристәре: Ш.З.Нагаев, К.Ш.Нагаев, Х.Хәбиров, Г.К.Нагаев. Мәҙрәсә бинаһы (Совет урамы, 80; 19 б. 2‑се ярт. төҙөлгән) архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика