СТӘРЛЕТАМАҠ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1935 й. акушерлыҡ мәктәбе булараҡ асыла, 1939 й. алып фельдшер‑акушерлыҡ мәктәбе, 1947 й. — мед. техникумы, 1954 й. — мед. уч‑щеһы, 2003 й. хәҙ. статусын ала. Күмертау ҡ. филиалы бар (1990 й. нигеҙләнгән). Уҡытыу көндөҙгө бүлектә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: акушерлыҡ эше, лаб. диагностика, дауалау эше, шәфҡәт туташы эше, стоматология, ортопедик стоматология, фармация. 2 компьютер класы, китапханаһы, 37 клиникаға тиклем әҙерлек кабинеты, 8 лаб., видеозалы, 2 тамаша, гимнастика, тренажёр һәм уҡыу залдары, мед. пункты, спорт‑һауыҡтырыу үҙәге, методика, психологик бушаныу кабинеты, 2 музейы (колледж тарихы һәм мед. халаты тарихы), ятаҡханаһы бар. 12 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2009), улар араһында П.А.Горошек. Колледждың лаб. корпусы бинаһы (Баҡса урамы, 35; 1895 й. төҙөлгән) архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Ятаҡханала Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған уҡыусыларға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (1985).

А.Т.Нурғәлиев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Яндекс.Метрика