СТӘРЛЕТАМАҠ ЛИЦЕЙЫ №3, 1912 й. башланғыс мәктәп булараҡ асыла, 1926 й. алып 7 йыллыҡ фабрика-завод мәктәбе, 1933 й. — 3‑сө урта мәктәп, 2009 й. хәҙ. статусын ала. 2 компьютер класы, китапханаһы, тамаша, 2 спорт һәм уҡыу залдары, лицей тарихы музейы, слесарлыҡ, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, психологик бушаныу кабинеты, уҡытыу-производство участкаһы бар. Уҡыу йортон 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2010), улар араһында В.А.Секин. Лицейҙа мәктәптең тәүге дир. В.К.Свиридов һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған тамамлаусылар хөрмәтенә мемориал асылған (1973), Секинға һәйкәл ҡуйылған (2005).

Л.В.Шиханова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика