СТӘРЛЕТАМАҠ ЛИЦЕЙ‑ИНТЕРНАТЫ №2. 1919 й. Өфөлә уҡытыу- производство патронаты булараҡ асыла, 1924 й. алып интернат тибындағы 2‑се баҫҡыс респ. башҡ. мәктәбе (В.И.Ленин исеме бирелә). 1930 й. Стәрлетамаҡ ҡ. күсерелә, 1932 й. башлап өлгөлө мәктәп, 1938 й. — балалар йорто, 1969 й. — 2‑се мәктәп- интернат, 1999 й. В.И.Ленин ис. респ. Стәрлетамаҡ лицей‑интернаты №2. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша, спорт, тренажёр һәм уҡыу залдары, уҡыу оҫтаханалары, методика, мед., стоматология кабинеттары, ял итеү бүлмәһе, лицей тарихы музейы, уҡытыу‑тәжрибә участкаһы бар. Уҡыу йорто м‑н З.Н.Айыуханов, Ғ.Й.Дәүләтшин, И.Х. Ишмөхәмәтов, С.М.Мифтахов, В.С. Сөләймәнов, М.Туҡаев (ҡара: Туҡаевтар), А.Э. Тюлькин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Уҡыу йортон 3 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2010), улар араһында М.Ғ.Абдуллин, Б.Вәлид, Р.У. Ишбулатов, Ғ.С.Мостафин, Ф.Х. Мостафина, Р.Ниғмәти, Ә.Р.Нәҡиев, Ш.Т.Тимерғәлина, З.Т.Үтәғолов, М.Хәй, Ә.Чаныш, Р.Р.Әхмәтов. Мәктәп терр‑яһында Ленинға һәйкәл (1924) һәм Б.В. һуғышы йылдарында һәләк булған уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә һәм уҡыусыларға обелиск (1975) ҡуйылған.

З.Т.Ситдиҡова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика